Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • “Скандинаваия авиалиниялары” пилоттары забастовка иғлан иткән. Һөҙөмтәлә 1200 рейс башҡарылмаған. Ун мең тирәһе пассажирҙарға пландарын үҙгәртергә тура килгән. Швеция, Норвегия һәм Дания осоусылары 13%-ҡа эш хаҡын күтәртеүҙәрен һорай. Профсоюз вәкилдәре менән бер-нисә аҙна дауам иткән һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәгән. Компания етәкселеге, осоусыларҙың эш хаҡы былай ҙа юғары тип, 2,3%-ҡа ғына арттырырға ризалашҡан.
  • Америка Ҡушма штаттары Иранға баҫымын көсәйтергә вәғәҙәләй. Бер ниндәй ҙә иҫкәрмәләр һәм ташламалар булмаясаҡ. 1 майҙан башҡа илдәр ҙә Иранға ҡаршы санкцияларын көсәйтергә һәм был дәүләт менән хеҙмәттәшлек итмәҫкә тейеш, тиҙәр Америкалағы Аҡ йортта. Улар ошо рәүешле Ислам республикаһын һөйләшеүгә сығырға мәжбүр итергә уйлай.
  • Краснодар крайында йәшәүсе уҡыусы дуҫына протез эшләп биргән. Иван Лучанин бәләкәй сағында уҡ һуҡ бармағының осон юғалта. Уға ярҙам итеү теләге менән Егор Тарасенко протез моделен уйлап сығара. Дуҫтар ике төрлө ҡалала йәшәһәләр ҙә, аралашып торалар. Хәҙер Егор Иван ярҙамында протезды камиллаштыра һәм шулай уҡ, яһалма ҡул өҫтөндә эшләй.