Һайлау ҡануниәте һәм уны үткәреү ҡағиҙәләре буйынса бәйге

Тулыраҡ: Һайлау ҡануниәте һәм уны үткәреү ҡағиҙәләре буйынса бәйге

Өфөлә Һайлау ҡануниәте һәм уны үткәреү ҡағиҙәләре буйынса күреү һәләте сикле булған граждандар өсөн бәйге үтте. Был бәйгене Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һәм һуҡырҙар йәмғиәт ойошмаһы ағзалары менән 8 йыл рәттән үткәрә. Унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта, бәйге шарттары ла үҙгәрә. Тәүге йылдарҙа Өфөлә йәшәүселәр генә ҡатнашһа, хәҙер Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәй, Учалы ҡалаларынан киләләр унда. Быйыл мөмкинлеге сикләнгән һайлаусылар викторина һорауҙарына яуап биреп, мәрәйҙәр йыйҙы.