Өфө менән икәүҙән-икәү

Тулыраҡ: Өфө менән икәүҙән-икәү

Быйыл халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындар көнөн «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы үҙенсәлекле итеп ойошторҙо. Республика рәссамдары тәүҙә Өфөнөң боронғо йорттарына һүрәтләмә эшләне, аҙаҡ уларҙы киндер туҡымаға күсереп күргәҙмә ойошторҙо. Бер аҙна эсендә Башҡортостандың егерменән ашыу рәссамы мәҙәни мираҫ булып һаҡланған – иҫтәлекле биналарҙы һүрәтләне. Был объекттар эсенә тарихи урында һаҡланған архитектура һәйкәлдәре, тергеҙеүҙе талап иткән йорттар, реставрацияланып халыҡҡа ҡайтарылған биналар инде. Рәссамдарға ҡала буйлап экскурция ойошторҙолар. Тарихи биналар янында туҡтап, уларҙы ярты сәғәт эсендә һүрәтләп, иҫтәлеккә фотоға төшөү мөмкинлеге лә булды. Рәссамдар һүрәтләгән бар биналарға ла 19-20 быуатта нигеҙ һалынған. Бына ошо ике ҡатлы мөһәббәт йортта сауҙагәр Кастерин йәшәгән була..... ул иһә 20-се быуаттың беренсе ун йыллығында төҙөлгән. «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы билдәләүенсә, төп маҡсат – ошо матур эштәрҙе халыҡҡа еткереү, Өфөнөң үҙенсәлекле йөҙөн һаҡлап ҡалыу. Бер аҙна элек һүрәтләнгән картиналарҙың иң яҡшыларын һайлап күргәҙмә ойошторолдо. Ойоштороусылар өфөлөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын ВДНХ-ЭКСПОла ойошторолған күргәҙмәлә 12-се майға тиклем көтөп ҡала.