Һылыуҡай-2019

Тулыраҡ: Һылыуҡай-2019

Өфөлә «Һылыуҡай-2019» республика гүзәллек конкурсында иң сибәр башҡорт ҡыҙының исеме аталды. Гүзәллек бәйгеһе һәр йыл үҙенсәлекле. Быйыл ул Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Республиканың төп һылыуҡайы тажы өсөн Башҡортостандың төрлө төбәктәренән һәм Мәскәүҙән 12 ҡыҙ көс һынашты. Конкурс алдынан сәхнә артына үткәрмәйҙәр, бында әүҙем әҙерлек бара. Ҡыҙҙарға бер кем дә ҡамасауларға тейеш түгел. Сәхнәгә сығырға бер-нисә минут ҡалған. 3 аҙна бәйгегә әҙерләнгән һылыуҡайҙар һуңғы һыҙаттарын башҡара. Сәхнәлә 12 ҡыҙ. Һәр береһе нәзәкәтле, гүзәл, һомғол. Һылыуҡайҙар Республиканың төрлө райондарынан. Ырымбур гүзәле Мәскәү ҡалаһы өсөн сығыш яһаны. Һәр ҡыҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһына үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Улар туризмды, ауыл хужалығын үҫтереү, эскелеккә ҡаршы көрәш, экология, демография мәсъәләләрен күтәрҙе. Дэфиле, төрлө милләт бейеүҙәре аша ҡыҙҙарҙың һомғоллоғо,һығылмалығы баһаланһа, зирәклек, отҡорлоҡ һәм аҡыл ҡеүәһен тамашасылар төрлө һорауҙар биреп һынап ҡараны. Алып барыусылар ябай һорауҙарҙы ҡабул итмәне. Мостай Кәрим, Урал батыр эпосы, Башҡортостан тарихына бәйле тапҡыр яуаптар яңғыраны. Йыр видеоконкурсы иһә флешмоб формаһында әҙерләнгән.Һылыуҡайҙар сит яҡтарҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән видеобәйләнеш ярҙамында йыр башҡарҙылар. Һылыуҡай бәйгеһендә “Голос” проекты финалисы Ауырғазы районы ҡыҙы Рушана Вәлиева сығыш яһаны. Икенсе йыл рәт Әлшәй һылыуы гран-при яулай. Республиканың төп һылыуҡай тажын 2018 йыл еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Ләйлә Шәкүроваға тапшырҙы. Еңеүсе сит илдә тел стажировкаһына сертификат менән бүләкләнде, илде һәм телде үҙе һайлай ала. БДПУ-ның хореография бүлеге студенты Ләйлә Шәкүрова әле француз телен өйрәнә, бәлки, киләсәктә ошо телде ентекле үҙләштерермен,тип белдерҙе. Ләйлә Шәкүрова Башҡортостан исеменән Бөтә Рәсәй һәм халыҡ ара матурлыҡ бәйгеләрендә сығыш яһаясаҡ.