Аҙна башынан республикала эҫе көндәр башлана

Тулыраҡ: Аҙна башынан республикала эҫе көндәр башлана

Был турала Башгидромет үҙәгенән хәбәр итәләр. Төбәктән төнъяҡ циклон китә, шуға яҡын арала көслө елдәр иҫеүе һәм төндәрен ҡырау төшөүе көтөлмәй, ти синоптиктар. Бөгөндән Башҡортостанда йәйге һауа торошо вәғәҙәләйҙәр — 26 градус йылы булыуы, шулай ҙа урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Иртәгә иһә яуым-төшөмһөҙ, һауа температураһы 28 градусҡа тиклем күтәреләсәк .