2019-сы йылдың беренсе ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, сүп-сар менән эш итеү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Һәр ауылда махсус майҙансыҡтарҙа контейнерҙар урынлаштырыла. Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылында йәшәүсе Әсфәндийәровтар ғаиләһе “сүп-сар” реформаһын ыңғай ҡаршы ала. Яҙлы-көҙлө йыйылған ҡыйҙы трактор яллап түгергә тура килһә, хәҙер иһә махсус контейнерҙар бар, ти улар. Ҡырмыҫҡалы районында беренсе майҙансыҡтарҙы үткән йылдың декабрь айында ҡулайлаштыра башлайҙар. Әле райондың һәр ауылында яҡынса 15 контейнер бар. Ҡарлыман ауылы старостаһы әйтеүенсә, бөтә мәсьәләләр ҙә ауыл халҡы менән бергә хәл ителә.
Шулай ҙа сүп-сар өлкәһендә проблемалар республиканың барлыҡ төбәктәрендә хәл ителгән тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер төбәк операторҙары сүп-сар контейнерҙары һәм уларға майҙансыҡтар етмәүгә зарлана. Контейнерҙар ҡуйғанда ла бәхәстәр тыуа. Халыҡ сүп-сар йыйыу өсөн майҙансыҡтың йорт эргәһендә булыуын теләмәй, ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн дә йыраҡҡа йөрөүҙән баш тарта. Республиканың экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан биләмәһендә ошондай 14 мең контейнер майҙансығы әҙерләнгән, 25 мең контейнер ҡуйылған. Бынан тыш төбәктә ҙур габаритлы сүп-сар өсөн махсус майҙансыҡтар төҙөү күҙаллана. Республиканың ҡайһы бер райондарында йәшәүселәр сүп-сарҙы әле лә ялан уртаһына түгеүҙе хуп күрә. Урындағы халыҡ быны ауылдарҙа махсус контейнерҙар юҡлығы менән аңлата. 4 ай үтте, ә контейнерҙар әле лә юҡ, ти улар. 2019-сы йылдың беренсе ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Әле Башҡортостанда йөҙәрләгән законһыҙ сүплек иҫәпләнә. Ҡанунға ярашлы бер-нисә йыл эсендә ул ерҙәрҙе таҙартып, эшкәртергә тейештәр.