Өфө балалар тимер юлында 5 йыл дауамында малай һәм ҡыҙҙар тепловоз машинисы, тимер юл монтеры, вагондар тикшереүсе, контролер-ревизор, станция буйынса дежурный,проводник кеүек һөнәрҙәр хеҙмәте менән таныша. Киләсәктә күптәре эш урыны итеп тимер юлы транспортын һайлаған. Әле 4-се һәм 5-се курс тәрбиәләнеүселәренең балалар тимер юлында практик эше башланды. 9-се класс уҡыусыһы Елена Өфө балалар тимер юлы түңәрәктәрендә 5 йыл шөғөлләнә. Быйыл ул һуңғы курсты тамамланы һәм йәй көндәре тимер юлында практика үтергә әҙерләнә. Елена быйыл юллама буйынса артабан Өфө тимер юлы техникумына уҡырға инергә йыйына. Түңәрәктә шөғөлләнеүселәр хәҙер заманса технологияларға таянып тимер юлы хеҙмәтенең нескәлектәрен өйрәнә. 3д макеттар, компьютер ярҙамында тренажер комплекстары ҡулланыла. Заман уҡыу матриалдары белем сифатын яҡшырта, дәрестәрҙә тимер юлы һөнәрҙәре хаҡында киң мәғлүмәт туплайҙар. Диктор-информатор поездың ҡуҙғалыуы хаҡында иғлан итә. Тап юл подстанцияһы кабинетында поездар хәрәкәте башлана. Йәш магистраль хеҙмәткәрҙәренең Өфө балалар тимер юлы миҙгеле асылыуы менән практик эштәре башланды. Тәжрибәле етәкселәренең ярҙамы менән тепловоз машинисы, тимер юл монтеры, вагондар тикшереүсе, контролер-ревизор, станция буйынса дежурный,проводник, диктор һәм экскурсовод һөнәрҙәрен үҙләштерәләр. Советтар Союзы геройы Василий ДоброрЕз исемендәге Өфө балалар тимер юлы 1953 йылдың 10 майында хәрәкәт итә башлай. Ғөмүмән, Рәсәйҙә ошондай 26 балалар тимер юлы иҫәпләнә. Өфө балалар тимер юлында йыл һайын 400-гә яҡын уҡыусы түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.
Буласаҡ һөнәр – тимер юлы транспорты хеҙмәткәре
Тулыраҡ: Буласаҡ һөнәр – тимер юлы транспорты хеҙмәткәре