Рәсәйҙең язаны үтәү федераль хеҙмәте музейы

Тулыраҡ: Рәсәйҙең язаны үтәү федераль хеҙмәте музейы

Рәсәйҙең язаны үтәү федераль хеҙмәте енәйәт-башҡарыу системаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тарихы тураһындағы мәғлүмәттәр тупланған интернет портал асылыуы тураһына хәбәр итә. Электрон ресурс баҫма мәғлүмәттән тыш, уларҙың музейындағы экспозицияларҙың фотоларын да үҙ эсенә ала. Ҡалаҡ-бысаҡ, китап эсендәге телефон һәм хатта ручка формаһындағы пистолет. Ярамаған әйберҙәрҙе төрмәгә йәшереп индерер өсөн иректән мәхрүм ителгәндәр ниндәй генә хәйлә ҡормай. Хәҙер улар барыһы ла Рәсәйҙең язаны үтәү федераль хеҙмәтенең тарихи музейы экспонаттары. Коллекция тулыланғандан-тулылана бара. Мәҫәлән, ошо йәйә һәм уҡ ярҙамында енәйәтселәр кеҫә телефонын бирергә маташҡан. Әммә тотолғандар. Ә был ҡоролманың пилотын һаман эҙләйҙәр. Музейҙа заманса экспонаттарҙан тыш, үткән быуаттарҙағы тарихи әйберҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, “эскелек өсөн миҙал”ды Петр 1 заманында тотҡондарға таҡҡандар. Ә яңыраҡ ҡына музей үткән йөҙйыллыҡтың 40-сы йылдарына ҡараған экспозиция менән тулыланған. Бөгөн енәйәт-башҡарыу системаһының тарихы менән өйҙән сыҡмай ҙа танышырға мөмкин. Фото, видео һәм бөтә мәғлүмәттәр электрон ресурста йыйылған. Рәсәйҙең язаны үтәү федераль хеҙмәте уны конфренция формаһында презентация үткәрҙе.