Боронғо һөнәр беҙҙең заманда тимерсенең көслө беләге менән генә түгел, уның аҡылы менән дә хөрмәт һәм ихтирам яуланы. Иглин районының Балтика ауылында көн итеүсе Сергей Фрик иҫке тимергә йән өрә. Сергей Фриктың һәр иртәһе мейескә ут яғып, тимер ҡыҙҙырыуҙан башлана. Ир был эше менән биш йыл элек шөғөлләнә башлай. Бөтөнләй башҡа һөнәр эйәһе өсөн „тимергә йән өрөү„ тәү сиратта күңел талабы. Яһалған әйберҙәр оҙаҡҡа етһен өсөн, тимерҙең сифатлыһын һайлау мотлаҡ, ти Сергей. Сергей Фрик үҙенең эргәһенә эшкә килергә теләгән йәштәрҙе лә тикшереп ҡарап ала. Бының өсөн ябай ғына һынау үткәрәм, ти оҫта. Элекке иген һаҡлау урыны — хәҙер оҫтаның яратҡан урыны. Ҡоймалар, баҫҡыс-һикәлтә таянғыстары эшләү менән бер рәттән һандыҡ, өҫтәл-ултырғыстар, төрлө һындар яһау ҙа ғаилә килеменә өҫтәмә табыш. Әйберҙәрҙең береһе лә ҡабатланмай. Күптән түгел тимерсе бына ошондай серле серле ҡумта ла яһаған. Уның ауырлығы ике кг-нан ашыу. Киләсәктә иһә оҫта ошондай һандыҡтарҙың ҙурыраҡтарын да эшләргә ниәтләй.