Ә диабет һәм аллергия менән яфаланыусылар туҡланыу рационына айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Башҡортостанда ғына 103 меңдән ашыу кеше шәкәр диабетының 2-се тибы, 7 меңдән ашыу 1 тибы менән сирләй, тип иҫәпләнә. Улар араһында ғүмерҙә лә татлы ризыҡ ашап ҡарамаған сабыйҙар бар. Кем генә тәмлекәстәр яратмай. Ә үҙең эшләгән бигерәк тәмле. Ошондай торт матур ғына түгел, ә файҙалы ла. Бында шәкәр ҙә, ҡәҙимге бойҙай оно ла ҡулланылмаған. Ул тулыһынса диетик ҡатнашмалар нигеҙендә эшләнгән. Кукуруз крахмалы, һоло оно, шәкәрҙе алмаштырыусы сәләмәтлеккә зыян килтермәгән махсус тәмләткестәр, емеш-еләктәр – был бер генә торттың өйрәтеү ысулы. Елена 2014 йылда иң тәүге торттарын үҙе өсөн бешерә. Бала тапҡандан һуң уның өсөн иң төп маҡсат – татлы аҙыҡтан да баш тартмай һәм калорийҙы ла арттырмай ябығыу. 5 йыл эсендә әллә күпме торт, десерттарҙың рецептарын үҙләштерә. Белеме буйынса – генетик, ә булмышы — кондитер. Тәүҙәрәк килеп сыҡһын өсөн төндәр буйы бешеренергә тура килде, ти Елена. Хәҙер уның ярҙамсыһы бар. Эльза 1 йыл эсендә барыһын да өйрәнеп, иң оҫта десерттар эшләй. Торттарҙың калорияһы мотлаҡ иҫәпләнә, сөнки ҡайһы бер кешеләр өсөн ингредиенттың ҡулланыу кимәлн айырыуса мөһим. Башҡортостанда 100 меңдән ашыу кеше шәкәр диабеты менән сирләй, тип иҫәпләнә. Улар араһында меңгә яҡын балалар һәм үҫмерҙәр. Ә татлы ризыҡты бер сиргә лә ҡарамай тәмләп ҡарайһы килә. Аллергия, шәкәр диабеты менән яфаланыусылар Еленаның даими һатып алыусылары. Еленаның иң яҡын ярҙамсыһы һәм терәге хәләле ефете Алексей. Бар документ эштәрен ул башҡара. Ғаилә 2016 йылда дөрөҫ туҡланыу проектын яҡлап, шәхси эшҡыуарлыҡ аса. Үҙҙәренең цехтарын төҙөйҙәр. Һәм ҡаланың иң яҡшы социаль проекты тигән диплом менән бүләкләнәләр. Ғаилә башлығы һөнәре буйынса – информатик, Елена менән бер университетта уҡыйҙар. Улар күңелдәренә яҡын һәм күп кешеләр өсөн файҙалы шөғөл тапҡан һәм артабан да уны үҫтереү теләге менән йәшәйҙәр.
Татлы ризыҡтан баш тартмай ябығыу өсөн нимә ашарға?
Тулыраҡ: Татлы ризыҡтан баш тартмай ябығыу өсөн нимә ашарға?