Кисә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сәхнәгә ҡуйған Джузеппе Вердиның «Аттил»а операһын ҡараны. Итальян композиторы Вердиның һундар батшаһының яулап алыу һәм мөхәббәт тарихын сағылдырған үлемһеҙ әҫәре, быуат ярым ваҡыттан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңыса һулыш алды. Илдар Абдразаҡов үҙенең беренсе режиссер эше итеп, тыуған театрында « Аттила » әҫәрен һайлаған. Сәхнәлә ике ҡатлам кешеләре – күсмә халыҡ- һундар һәм рим патрициялары. Премьера өсөн 400 костюм тегелде. Был тиклем дә ҡолас ташлап эшләүҙе башҡорт операһы бығаса күрмәгән. 68 кешенән торған хор артистары ғына 4 тапҡыр костюм алмаштыра. Улар сәхнәгә һуғышсылар, ҡолдар һәм монахтар ролендә сыға. Ебәктән, бәрхәттән, күн һәм етендән тегелгән кейемдәрҙең биҙәктәре лә тик ҡул оҫталарының эштәре. Әҫәрҙе ҡуйыусылар беҙҙең эраға тиклемге бишенсе быуаттағы тарихи ваҡиғаны мөмкин тиклем сағыу итергә тырышҡан. Үҙе опера йырсыһы булғас, фекерен халыҡҡа еткереү юлдарын яҡшы белә, шуға ла Абдразаҡов менән эшләүе еңел булды,ти артистар. Илдар Абдразаҡов Аттила образында тәүге тапҡыр түгел. Рим, Нью-Йорк, Барселона һәм Монте-Карло тамашасыһы уны был партияла күптән яратып өлгөргән. Ла Скаланың быйылғы опера миҙгелендә ул тап ошо партия менән асты. Аттила операһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихында иң күләмле әҫәр. Әйткәндәй, тап ошо сәхнәлә Илдар Абдразаҡов операла тәүге аҙымдарын эшләй һәм бөгөн уның арҡаһында театрҙың репертуары тағы бер донъяуи әҫәр менән тулыланды.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды
Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды