Урман мәңгелекме?

Тулыраҡ: Урман мәңгелекме?

Ошо көндәрҙә республиканың урмандарында һәмурман хужалыҡтарында ла эш ҡайнай. Орлоҡ,үҫентеләр әҙерләнә, питомниктар ултыртыла, янғынға ҡаршы көрәш һәм башҡа мәшәҡәттәр. Башҡортостан урманы, йәғни йәш ҡарағай, шыршы ағастары тап ошо урында башланғыс ала. Тубырсыҡ киптереү цехы уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, ул элеккесә тулы көсөнә эшләүен дауам итә. Ноябрь айынан апрелгәсә йыйылған тубырсыҡтарҙан бында орлоҡ әҙерләнә. 24 сәғәт буйына киптерелгән тубырсыҡтарҙың температура режимын теүәл үтәр өсөн бында хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш. Һуңынан буласаҡ орлоҡтар барабан аша үтә һәм сорттарға бүлеү өсөн махсус ҡоролмаға оҙатыла. Бер тонна тубырсыҡтан – 10 кг самаһы орлоҡ етештерелә. Һуңынан улар питомниктарға таратыла. Әле Башҡортостанда барлығы 31 урман хужалығы һәм 105 питомник иҫәпләнә. Бәләбәй урман хужалығының Михайловка участкаһы питомнигы үҙенең таҙалығы менән айырылып тора. Стәрлетамаҡ урман хужалығы Белогорск участкаһында урынлашҡан питомник үҫентеләренең төрлөлөгө менән дан тота. Ылыҫлы ағастарҙың ғына бында бер-нисә төрлөһө бар. Өс йылдан ашҡан ағас-ҡыуаҡтар иһә, һатыу өсөн тәғәйенләнгән. Бейеклеге бер метрҙан ашҡандарының хаҡы – 1500-2000 һумға баҫа. Үҫентеләрҙең бер, ике йыллыҡтары — Башҡортостан урмандарына ултыртыла. Ун йылдан был бәләкәй шыршылар ҡупшы ағастарға әйләнәсәк һәм әлеге биләмә ҡуйы урман буласаҡ. Оло юл буйҙарын йәшәртеү, тау-ташлы урындар трассаға шыуып төшмәһен өсөн дә ҡарағайҙарҙы ултыртыу иң отошло алым, ти белгестәр. Йәш ағастарҙы ваҡытында ултыртҡан кеүек, урманды үҙ ваҡытында ҡырҡып алыу ҙа мотлаҡ, ти белгестәр. Сөнки зарарлы, сирле ағастарҙың ауырыуы башҡаларға ла күсеү ҡурҡынысы янай. Белгестәр әйтеүенсә, ҡарағайҙың йәшен уның олонона ҡарап иҫәпләп сығарырға мөмкин... Хәҙер ошо ағасҡа нисә йәш икәнлеген билдәләп ҡарайбыҙ... 11 йәш, тимәк. Ҡырҡылған ағастар урынына үҫентеләрҙе ҡайҙан алып ултыртыу, тигән һорау, беҙҙең республикаға янамай, ти урман хужалығы министры. Ә бына кадрҙар мәсъәләһе киреһенсә киҫкен тора, ти Марат Искәндәр улы. Урманды йәшәртеү өсөн үҫентеләр, йәш ағастар етерлек булһа ла, йәшеллекте һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһа ине. Туйындырған да, йылытҡан да, кейендергән урман. Хоҙай биргән ошо байлыҡ урмансыларға ышанып тапшырылған икән, беҙ был бурысты намыҫ менән атҡарырға тейешбеҙ, – тигән фекерҙә урман хужалығы белгест әре.