Радий Хәбиров авиаһәләкәт ҡорбандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты

Тулыраҡ: Радий Хәбиров авиаһәләкәт ҡорбандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты

Радий Хәбиров Мурманск өлкәһе етәксеһе Андрей Чибисҡа йүнәлтелгән телеграммала Шереметьево аэропортындағы һәләкәт ҡорбандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе. Башҡортостан фажиғә тураһындағы хәбәрҙе тәрән тетрәнеү менән ҡабул итә. Беҙ Мурманск өлкәһе халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ һәм юғалтыу ауырлығын уртаҡлашабыҙ, тип яҙа Радий Фәрит улы. Ҡазаға тарыусыларҙың бөтәһенә лә шәбәйеүен теләйбеҙ. Фажиғә ҡағылған һәр кемгә лә беҙҙең ҡайғы уртаҡлашыу һәм ярҙам һүҙҙәребеҙҙе еткереүегеҙҙе үтенәбеҙ, тиелә телеграммала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 майҙа Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында «Аэрофлот» компанияһының Superjet 100 самолетында 41 кешенең ғүмере өҙөлдө. Пассажир самолеты Мәскәү-Мурманск рейсын башҡарған. Бортта 73 пассажир һәм биш экипаж ағзаһы булған. Авиаһәләкәт осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.