Башҡортостан ҡала-райондарында йәшәү шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү ҡарала

Тулыраҡ: Башҡортостан ҡала-райондарында йәшәү шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү ҡарала

Уның 70 процентын федераль һәм республика ҡаҙнаһынан,30 проценты бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йүнәлтеләсәк. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк проекттарын бойомға ашырыу сиктәрендә был аҡсалар быйыл уҡ эшләй башлаясаҡ. «Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы киләсәктә федераль ҡаҙнанан был маҡсатҡа бүленәсәк аҡсалар бермә бер артасаҡ», тип белдерҙе Радий Фәрит улы.