Бөгөн Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан хәрбиҙәр парадының генераль репетицияһы үтә. Был ваҡытта Октябрь проспектында Шәфиев урамынан алып Кольская урамы менән киҫелешенә тиклем киске 9-сы яртынан 11-гә ҡәҙәр транспорт хәрәкәте сикләнә. Быға тиклем 5 майҙа ла репетиция үткәйне. Сарала Өфө территориаль гарнизоны, Башҡортостан Республикаһында федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары һәм ойошмаларҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. 9 майҙағы Еңеү парадын һәм “Үлемһеҙ полк” акцияһын “Башҡортостан 24” телеканалында ҡараға мөмкин буласаҡ. Тура трансляция сәғәт унда башлана.
Еңеүҙең 74 –се яҙы
Тулыраҡ: Еңеүҙең 74 –се яҙы