Төбәктә Бөйөк Еңеүгә арналған саралар дауам итә

Тулыраҡ: Төбәктә Бөйөк Еңеүгә арналған саралар дауам итә

Өфөлә Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Мемориал Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән, Гоголь урамы 74 һанлы йортта урынлаштырылды. Уны асыу тантанаһында холоҡ төҙәтеү колонияһында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, кадеттар, туғандары ҡатнашты. Александр Пикунов Өфө районында тыуған, 1941 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, 45-се йылда Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. Һуғыш тамамланған йылы уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Баш ҡаланың Ленин исемендәге паркында Матросов һәйкәленә сәскәләр һалынды. Сараға йыйылыусылар һуғыш яланында һәм тылда үҙен аямай Бөйөк Еңеү өсөн көсөн, ҡанын түккән яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Өфөнөң Киров районы уҡыусылары ҡәһәрле һуғыш хәтирәләрен шиғыр, йырҙар аша яңыртты.