Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән.
  • Буэнос-Айрес, Нью-Йорк, Гонконг: донъяның төрлө ҡалаларында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үткән. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала Америка Ҡушма штаттары ҡалаларының 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күләмлеһе Нью-Йоркта 2 мең ҡатнашыусыны йыйған. Австралияның Мельбурн ҡалаһында ла йөҙләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен тотоп, акцияға ҡушылған. Гонконг та беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылған.
  • Санкт-Петербургта боҙватҡыстар фестивале үткән. Алтынсы рәттән уҙғарылған сарала флоттың Капитан Сорокин, Невская застава, Иван Крузенштерн һәм Санкт-Петербург исемле суднорлары ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарға асыҡ палубалар буйлап экскурсиялар ойошторолған. 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән боҙватҡыстар фестиваленә 70 меңдән ашыу кеше ҡарарға килгән.