Мөмкинлеге сикле балаларға һиҙеү-тойоу паспорты

Тулыраҡ: Мөмкинлеге сикле балаларға һиҙеү-тойоу паспорты

Был мотлаҡ документ түгел. Рәсәйҙә тиңе булмаған был үҙенсәлекле проектты Башҡортостанда “Кәртәләрҙе емереп” тигән социаль технологиялар үҙәге бойомға ашыра. Ҡул-аяҡ быуындары, кәүҙәгә еңелсә хәрәкәт төрҙәрен был балалар уйын тип ҡабул итә. Ябай күнегеүҙәрҙең бала үҫешенә етди йоғонто яһағанын ата-әсә лә йышыраҡ иғтибарһыҙ ҡалдыра. Хәрәкәт терапияһы буйынса тренер Айгөл Сербина иһә был төр хәрәкәттәрҙе ата-әсә бала менән үҙ-аллы башҡара ала, ти. Башҡаланың ял биләмәләрендә тактиль майҙансыҡтар ойошторғас шуны аңланыҡ, ти проект авторҙары — һиҙеү-тойоуға нигеҙләнгән күнегеүҙәр хаҡында халыҡ хәбарҙар түгел. Шуға ла уларҙың сәләмәтлеккә яһар ыңғай йоғонтоһо тейешенсә ҡулланылмай. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле балаларға етеш һәм тигеҙ шарттар тыуҙырған “Уфатактильная” минипаркы нигеҙендә белешмә биреү сәғәттәре эшләй. 26 бала әсәһе күнегеүҙәр өйрәнеп кенә ҡалмай, ә өйгә эш үтәп – балаларына тактиль уйынсыҡтарҙы ла үҙҙәре яһаған. Оҫталыҡ сәғәттәрендә әсәләр балалары менән бергә ҡатнаша. Балалар иһә психолог, нейропсихолог, логопед, дефектолог, арт терапевт кеүек белгес белешмәһен алған. Күнегеүҙәр айырым төркөмдәр өсөн шәхси төҙөлгән. Антон Лузенин, мәҫәлән, яҫы табанды дауалау ысулдарын үҙләштерә. Оҫталыҡ дәрестәре теләгән һәр кем өсөн асыҡ һәм бушлай. Йәйен күнегеүҙәр Яҡутов исемендәге паркта төҙөлгән Уфатактильная кесе парк майҙанында ойоштороласаҡ. Дәрестәрҙе тәүге көндән үҙләштергән 26 балаға тактиль паспорт әҙерләнә. Был үҙенсәлекле документта бала өсөн шәхсән файҙалы күнегеү төрҙәре һәм уларҙы үтәү талаптары теркәлә. Проект авторҙары тактиль паспорт биреү тәжрибәһен артабан Рәсәй күләмендә лә таратыу яҡлы. Крауд-проектҡа йомғаҡты белгестәр быйыл сентябрь айында яһарға ниәтләй. Ошоға тиклем ата-әсә үҙ балаһының тактиль паспортында теркәлгән күнегеүҙәрҙе теүәл үтәп көн дә билдә ҡуйып барырға йөкләмә алды. Бала үҫешендәге ыңғай үҙгәрештәр проекттың әһәмиәтенә баһа бирәсәк.