7 май – Радио көнө

Тулыраҡ: 7 май – Радио көнө

7 май — Радио һәм киң элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй.1895 йылдың тап ошо көнөндә рус физигы Александр Попов тәүге радиоалғыс уйлап таба. Бөгөн республикала тиҫтәнән ашыу радио үҙәктәре эшләп килә. Уларҙың иң олоһо Рәсәй-Башҡортостан радиоһы каналы. Быйыл үҙенең 92 йыллығын билдәләгән канал тапшырыуҙары рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыла. Республика район – ҡалаларында ла тиҫтәләгән радиоканалдар эшләй, интернет селтәре киң тарала.