Сибай халҡы өсөн быйылғы май байрамы оҙаҡ хәтерҙә һаҡланасаҡ

Тулыраҡ: Сибай халҡы өсөн быйылғы май байрамы оҙаҡ хәтерҙә һаҡланасаҡ

Иҫтәлектәр һауа торошона бәйле түгел. ҡалала Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәхнә йондоҙҙары тамашаһы үтте. Сибайҙағы концертты Башҡортостан өсөн яңы рекорд тип атарға ла мөмкин. Һигеҙ сәғәт дауамында ҡаланың үҙәк майҙанындағы тамашала республика ғына түгел, ә хәҙер ил кимәлендә танылыу яулаған йырсылар тамаша ҡуйҙы. Сибай хәҙер экологик хәүеф янаған урын булып түгел, ә заман эстарадаһы үҙәгенә әйләнә. Тамашаны ойоштороу тәҡдимен Элвин Грей күтәреп сығып, концертҡа ижадташ дуҫтарын саҡырҙы. Сибай концерты коммерция проекты түгел, ә мәрхәмәтлек тамашаһы иҫәбенән. Яратҡан йырсылары менән ҡала ғына түгел, ә республика райондары, хатта Силәбенән килгән халыҡ аралаша алды. Дәртле йырҙар яңғыраған майҙанда йәрминкә лә ойошторолдо.