Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылай

Тулыраҡ: Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылай

9-сы май айҡанлы бөгөн республикала ҙур саралар уҙа. Көндөң икенсе яртыһында Өфөлә, һуғыш һәм хеҙмәт, тыл ветерандары ҡатнашлығында тантаналы ултырыш була. Был кесаҙна баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе ойошторола. Бөгөн иһә, Ишембай районындағы Маҡар ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, снайпер Әхәт Әхмәтйәнов хөрмәтенә һәйкәл астылар. Батыр һалдат һуғыш йылдарында ярты меңдән ашыу фашисты юҡ иткән.