Беҙ акция тураһында иғлан иткәс тә, байтаҡ замандаштарыбыҙ изге эшкә ҡушылырға теләк белдерҙе. Кейем-һалым, түшәк кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр килтереүсе тамашасыларыбыҙ телеүҙәктән өҙөлмәй. Матди ярҙам өсөн урынлаштырылған махсус ҡумта ла яйлап тулылана. Беҙҙең акцияға предприятие-ойошмалар, эшҡыуарҙар ҙа ҡушылһа, янғында бар мөлкәтен юғалтыусыларға күпкә еңелерәк булыр ине.
3 август Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында янғын арҡаһында дүрт ғаилә торлаҡһыҙ ҡала.Янғын сыҡҡан урын әле лә быҫҡып ята. Ел көслө һәм көн еҫе булған арҡылы Юлдашевтарҙың мунсаһынан сыҡҡан ялҡын тиҙ арала өйгә күсә һәм ярты сәғәт эсендә эргә-тирәләге дүрт йортто ялмап ала.Иң ҙур зыян күргәндәре Юлдашевтар ғаиләһе. Янғында уларҙың тотош йорт-ҡуралары, ғүмер буйы йыйған мөлкәте юҡҡа сыға.80 йәшлек Ғәйнисафа Шәрәфетдин ҡыҙы һәм 85 йәштәге Зөлфәр Мырҙабулат улы Юлдашевтар ғүмере буйы колхозда эшләп орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Улар ун балаға ғүмер бирә. Фажиғә тураһында ишетеп ҡалғас, Әбйәлил районында йәшәгән өлкән улдары Дамир ҡайтып етә. Тыуған йортонан көл-күмер генә тороп ҡалғанын күргәс, ир-егеттең дә күҙ йәштәре сыға. Өлкән Юлдашевтарҙың күршеһендә генә улдары Тайфур Юлдашев ғаиләһе менән йәшәгән. Улар дүрт бала: 20, 6, 3 йәштәге ҡыҙҙар һәм 14 йәштәге ул тәрбиәләй. Янғын ваҡытында уларҙың да йорто көл-күмергә әйләнә. Ауылдаштары менән йорттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн янғынға ҡаршы ни тиклем генә көрәшһәләр ҙә, ул ныҡ көслө, ҡот осҡос була һәм күршеләге Бурановтарҙы ла йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалдыра.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең телеканал янғындан зыян күргән ғаиләләргә ярҙам акцияһын иғлан итте. Кейем-һалым, түшәк кәрәк-ярағы, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр килтереүселәр байтаҡ. Акция ошо аҙна аҙағынаса дауам итәсәк. Бәләгә тарыусыларға һалҡындарға тиклем тотош йорт-ҡаралтыларын төҙөп өлгөрөргә кәрәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, предприятие-ойошмалар, эшҡыуарҙар ҙа беҙҙең акцияға ҡушылһа, янғында бар мөлкәтен юғалтыусыларға күпкә еңелерәк булыр ине.Иҫке Монасип ауылында йорттары янған ғаиләләргә ярҙам итергә теләүселәр көнкүреш кәрәк-яраҡтарын, кейем, һауыт-һабаны Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы 9/1 адресы буйынса урынлашҡан телеүҙәккә килтерә ала. Бәйләнеш өсөн телефон-295-98-73