Башҡортостанда эҫе көндәр һаҡлана

Тулыраҡ: Башҡортостанда эҫе көндәр һаҡлана

Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ һауа температураһы урыны менән 32 градусҡа тиклем күтәрелә. Айырым райондарҙа күк күкрәп бер аҙ ямғыр яуа. Иртәгә лә ошондай уҡ һауа торошо көтөлһә, шаршамбыға ҡарай бер аҙ һалҡынайта. Көндөҙ 20-25 градус, көнсығыш райондарҙа 15 градус йылы булыуы күҙаллана.