Уҙған тәүлектә республикала 5 урман янғыны теркәлгән

Тулыраҡ: Уҙған тәүлектә республикала 5 урман янғыны теркәлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уттың дөйөм майҙаны 45 гектарҙан ашып киткән. 3 янғынды һүндереп өлгөргәндәр, тағы ла икәүһен туҡтатырға өлгәшкәндәр. Миҙгел башланыу менән Башҡортостанда 81 тәбиғи янғын булған. Бөгөн дә республикала янғын хәүефһеҙлегенең өсөнсө, урыны менән дүртенсе һәм икенсе класы күҙаллана. Бигерәк тә Архангель, Баймаҡ, Балаҡатай, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә һәм Өфө райондарында ут сығыу ҡурҡынысы юғары. Ошо сәбәпле халыҡҡа урмандарға инеү тыйылған. Бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә урман янғындары проблемаһы тикшерелде.