Ҡала-ауылдарҙа ла янғын хәүефе юғары ҡала

Тулыраҡ: Ҡала-ауылдарҙа ла янғын хәүефе юғары ҡала

Ошо көндәрҙә Өфөлә 9 ҡатлы йортта янғын сыҡты һәм ике фатир зыян күрҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре 22 кешене, шул иҫәптән 8 баланы эвакуацияланы. Ут сығыу тураһындағы шылтыратыуҙы ҡабул иткәс тә, янғын һүндереүселәргә билдәләнгән урынға барып етеү өсөн 10 минут ваҡыт бирелә, ти баш ҡаланың 8-се янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәре Булат Әхмәтйәнов һөйләй.

Өфөнөң 8-се янғын һүндереү бүлегендә бөтәһе 66 хеҙмәткәр эшләй. Уларға ут менән көрәшеүҙән тыш, янғын эсендә ҡалған кешеләрҙе лә ҡотҡарырға тура килә. Шуға күрә, янғын һүндереүселәр көн һайын физик күнекмәләр үтергә, янғын һүндереү ҡорамалдарын тикшерергә тейеш.