Республиканың һәр бер ауылы, һәр ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы

Тулыраҡ: Республиканың һәр бер ауылы, һәр ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров төбәктә 9-сы май байрамын билдәләү иң юғары кимәлдә үтте, тип белдерҙе. Рәсәй өсөн төп тантаналарҙың береһенә республика халҡы ҙур ихтирам һәм теләк менән ҡушылды. Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған сараларҙы, киләһе йылдың 9-сы май көнө үтәсәк тантаналарҙың генераль репетицияһы тип баһаларға ла мөмкин. Тап был юлы, байрам мәлендә республиканың һәр бер ауылы һәм ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы. Өфөнөң үҙәк магистрале – Октябрь проспектына был юлы 112 меңдән ашыу кеше сыҡты. Уларҙың барыһының да ҡулында яу яланында ятып ҡалған,йәки һуғыштан иҫән ҡайтҡан атай-олатайҙары, әсәй- өләсәйҙәренең фотоһүрәте. “Үлемһеҙ полк”тың тәүге рәтендә аҡ торналар кейеемдәге балалар. Был символик мәғәнә. Тап торналар тубы Бөйөк Ватан һуғышы биләде. Өфөләге “Үлемһеҙ полк”ҡа ҡушылыусылар кәм тигәндә лә 5 саҡрым оҙонлоҡ колоннаға һуҙылды. Бер–береһенә таныш булмаһалар ҙа уларҙы уртаҡ тарих, уратҡ иҫтәлектәр һәм уртаҡ хәтирәләр – һуғыш берләштерә. Фронтта ҡатнашыусылар өсөн был полк ысын мәғәнәһендә үлемһеҙ акция. Яуҙан ҡайтмаһалар ҙа улар беҙҙең менән. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Үлемһеҙ полк” – мәңгелек йылъяҙмаһы. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда быйылғы “Үлемһеҙ полккҡа” 450 мең кеше ҡушылған. Был әлегә рәсми мәғлүмәттәр. Әгәр ҙә һәр ауылды һәр ҡасабаны иҫәпләгәндә, һандарҙың байтаҡҡа күберәк буласаҡ. Илеш, Балтас, Ишембай, Күгәрсен, Салауат. Һәр ҡала һәм һәр районда ла замандаштарыбыҙ ветерандарҙы иҫкә ала. Илдең төп байрамы – туғыҙынсы майҙа Өфөлә хәрби парад та уҙҙы. Мең өс йөҙ кеше һәм тиҫтәләгән махсус техника. Улар араһында легендар Т-34 танкы. Туғыҙынсы май, еңеү көнө кисен Өфөнө еңеү салюты уттары биҙәне.