Еңеү көнө уңайынан “Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре”нең Башҡортостандағы идаралығы һәм ирекмәндәр 85 йәшен билдәләүсе хеҙмәт ветеранына приставка бүләк итте. Күпте күргән, күпте кисергән 85 йәшлек хеҙмәт Ветераны Надежда Степан ҡыҙы өсөн — Башҡортостан Республикаһының Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре идаралығының бүләк эшләүе оло бер ваҡиғаға тиң булды. Надежда Наперова – 1се төркөм инвалиды. Ғүмер буйы тиерлек Өфөнөң 161-се заводында эшләй. Бында улар авиация өсөн кәрәкле запас частар етештерәләр. Яңғыҙ ҡартлыҡ кисергән кеше өсөн бөгөнгө көндә телевидение дуҫ та, ярҙамсы ла. Приставканы урынлаштырыуға йәлеп ителгән ирекмәндәр был эште ҙур теләк менән башҡара. Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәре белгестәре Өфө ирекмәндәре өсөн махсус уҡыуҙар ойоштора. Йәштәр телевизорға дөрөҫ приставка һайларға, антенна менән ҡулланырға өйрәнә.
Ветерандарға бүләк
Тулыраҡ: Ветерандарға бүләк