Байрам уңайынан асыҡ һауала Дмитрий Шостаковичтың Ленинград симфонияһын башҡарыуҙы Республиканың Милли симфоник оркестры матур йолаға әйләндерергә ниәтләй. Шомло ла, шанлы ла ваҡиғаларҙы тасуирлаған музыка тәьҫиренә күк үҙе һыҡтай. Музыканттар, ямғыр күҙләгәс, уйнауын бер нисә тапҡыр туҡтатырға мәжбүр. Әммә бөйөк халыҡтың бөйөк рухына арналған моңға ҡаршылыҡтар юҡ. Быны башҡарыусылар ҙа, тамашасылар ҙа таный. Концертҡа йәнәш музыкаль-әҙәби композиция бара. Ул Бөйөк Еңеү көнө һәм Ленинград блокадаһын өҙөүгә 75 йыл тулыу уңайынан әҙерләнгән. Ҡурҡыныс ваҡиға шаһиттарының иҫтәлектәре, шиғырҙар яңғырай. Экранда хәрби хроника кадрҙары күрһәтелә. Шулай ҙа иң тетрәндергес хистәрҙе Ленинград симфонияһы тыуҙыра. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Өфө сәнғәт һөйөүселәренә Дмитрий Шостаковичтың етенсе симфонияһын һәр Еңеү көнө алдынан бүләк итеү йолаһына нигеҙ һалырға уйлай. Был традиция Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла нығытыла. Мәскәүҙән саҡырылған дирижер Дмитрий Крюков Башҡортостан музыканттары менән теләктәшлеккә өлгәшеүен белдерә. Был әҫәр өҫтөндә дәрт менән ихлас эшләнек ти. “Ленинградтың серле ҡоралы” булараҡ танылған симфонияны башҡарыусылар һуғыш афәтенең һәр күренешен йөрәге аша үткәрә. Был сығыш — хәтер ҙә, ғорурлыҡ та, еңеү ҙә тойғоларын берләштерә. Тетрәндергес симфония тамамланғанын ғына көткәндәй, Башҡортостан дәүләт концерт залы майҙанына ҡойма ямғыр ябырыла. Бөйөк Еңеүҙең күҙ йәше менән һуғарылған шатлыҡ икәнен ул да дәлилләй. Дмитрий Шостаковичтың Ленинград симфонияһы тантаналы яңғырай икән, тимәк донъя фашизм вәхшилеген онотмай. Ошо аяҙ күк, йылы ямғыр, тыныс тормош өсөн ғүмерен ҡорбан иткән кешеләрҙең иҫтәләгенә беҙ тоғро. Тоғро һәм рәхмәтле.
Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналар йәнә берәүгә артты
Тулыраҡ: Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналар йәнә берәүгә артты