Әхәт Әхмәтйәновтың хәтере мәңгеләштерелде

Тулыраҡ: Әхәт Әхмәтйәновтың хәтере мәңгеләштерелде

Ә Ишембай районы Маҡар ауылында һәйкәл асылды. Яҡташтары, туғандары һәм хеҙмәттәштәре Әхәт Әхмәтйәновтың хәтерен мәңгеләштерҙе. Кем ул? Ниндәй батырлыҡтары өсөн бөгөн уның исемен ҙурлайҙар? Һомғол буйлы, зәңгәр күҙле һәм иҫ киткес аҡыллы ине, тип хәтерләй яҡташтары Әхәт Абдулхаҡ улы Әхмәтйәновты. Ә фронтта сағындағы фотоларында ул һәр ваҡыт ҡорал – снайпер мылтығы менән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы иң өлгөлө снайпер иҫәбендә рәсми теркәлгәндәренән барыһы 502 немец һалдаты. Әхәт Әхмәтйәновтың атаһы Абдулхаҡ Ҡарамышевтың тәжрибәле һунарсы булыуы мәғлүм. Ул Рус-Япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнаша, мәргәнлеге менән дан ала. 37-се йылда репрессиялана. Бәлки шуғалыр ҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 87 снайпер Советтар Союзы геройы исемен алғанда, яҡташыбыҙ ул исемлеккә инмәй ҡала. Шулай ҙа иленә һәм халҡына тоғро була. Атаһы кеүек яҡшы һунарсы ла ул. Снайпер мылтығын тотоп сыҡҡан тәүге көнөндә үк батыр ике немец һалдатын ала. Тиҙ арала уның даны бөтә илгә тарала, гәзит биттәрендә мәҡәләләр баҫыла: “атаҡлы снайпер-истребитель иҫәбендә 138 немец һалдаты..,293 фашист ғүмерен ҡыйыусы Әхәт Әхмәтйәнов.., 380 немецты юҡ иткән кеше.., Ленинград аҫтында 416 немец уның ҡулынан үҙ ҡәберен тапты. Педагог фронтта ла һөнәренә тоғро ҡала — снайперҙар әҙерләй. 200-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ уның кеүек оҫта йәшеренергә, дошманын табып юҡ итеү серҙәренә төшөнә. Әхәт Абдулхаҡ улының иҫәбендәге 204-се немец снайперын алыу хәтирәһе – уның оҫталығын иҫбатлай. Дошманы йәшеренеү өсөн әҙерләгән пуля үтмәҫ тимер янына ул төндә барып аҡ ҡағыҙ киҫәге беркетелгән мина күмә. Немец снайперы урынына әйләнеп ҡатҡанын һағалай һәм аҡ ҡағыҙға атып уны күккә осора. Хәҙер ҡыйыу һалдаттың үҙенең исемен күккә сөйә халҡы. Уға арналған һәйкәл янына яугир атай-олатайҙарының рәсемен тотоп килә. Ни тиклем бөйөк булмаһын, уның һынын кәүҙәләндереү еңел һәм ыңғай булды, ти һәйкәл авторы. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә Маҡар ауылынан ике снайпер ҡатнаша. Береһе – Әхәт Әхмәтйәнов булһа, икенсеһе – Бәхтийәр Рахманов. Уларҙың һәм башҡа батырҙарының исемдәрен ауыл халҡы ҡәҙерләп һаҡлай. Бер ваҡытта ла онотмай һәм ҡаһарман яҡташтары менән сикһеҙ ғорурлана.