Һаҡ булығыҙ – янғын!

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ – янғын!

Башҡортостан Хөкүмәте 30 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индереү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Бойороҡ буйынса, халыҡҡа май байрамдарында урамда һәм яландарҙа усаҡ яғыу ҡәтғи тыйылды. Ҡәғиҙәне боҙоусыларҙы ниндәй яза көттө һәм янғынға ҡаршы көрәш буйынса рейдтың һөҙөмтәһе бармы? Ут сығыу тураһындағы шылтыратыуҙы ҡабул иткәс тә, янғын һүндереүселәр махсус кейемдәрен кейеп, фажиғә урынына юллана. Ҡағиҙә буйынса йыйынырға уларға ни бары бер, ә билдәләнгән урынға барып етеү өсөн ун минут бирелә. Өфөнөң 8-се янғын һүндереү бүлегендә бөтәһе 66 хеҙмәткәр эшләй. Уларға ут менән көрәшеүҙән тыш, янғын эсендә ҡалған кешеләрҙе лә ҡотҡарырға тура килә. Шуға күрә янғын һүндереүселәргә көн һайын физик күнекмәләр үтергә, янғын һүндереү ҡорамалдарын тикшерергә тейеш. Республикала көндәр йылытыу урман-яландарҙа урыны менән янғын сыҡты. Бөрйән районында ғына мәҫәлән, ун гектар урман янып көлгә әйләнде. Учалы, Йылайыр, Баймаҡ райондарында ла ҙур янғындар күҙәтелде. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте 30 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индереү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Инспекторҙар шәхси йортта йәшәүселәргә рейд менән сыҡты. Шәхси йортта йәшәүселәрҙең ихаталарында һыу һәм ҡом тултырылған мискәләр ултырырға тейеш. Бынан тыш, бигерәк тә эҫе көндәрҙә урамда сүп-сар яндырыу ҡәтғи тыйыла. Рейд барышында урындағы халыҡҡа ошондай ҡағыҙҙар тапшырылды. Бында ут сыҡҡан ваҡытта ҡайҙа шылтыратырға һәм тәүге саралар күреү ҡағиҙәләре яҙылған. Күп осраҡта кешеләрҙең вайымһыҙлығы янғын сығыуға сәбәпсе. Быйыл бындай осраҡтар былтырғы менән сағыштырғанда алты тапҡырға күберәк. Бигерәк тә, май байрамдарында күптәр ҡоро үләндә усаҡ яҡты. Махсус режимға ярашлы, ҡағиҙәне боҙоусыларға штрафтар ҡаралған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, рейд барышында халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу ыңғай һөҙөмтә бирә.