Өфө парктарында, скверҙарҙа һәм урамдарҙа сәскә ултыртыу эштәре дауам итә. План буйынса 12 июнь-Ҡала көнөнә тиклем сәскәлектәр әҙер булырға тейеш. Түтәлдәрҙе петуний, бәрхәт үләне, цинерария сәскәләре биҙәйәсәк. Бынан алдағы көндәрҙә байрам саралары уҙғарылған объекттарҙа- Еңеү паркында, 112-се кавалерия дивизия скверында һәм Ленин парктарында сәскәне атҡан килеш күсереп ултырттылар. Был эш менән баш ҡалала бөтәһе биш участка эшләй.
Өфө сәскәгә күмелде
Тулыраҡ: Өфө сәскәгә күмелде