Шуға ла махсус күрһәтмәгә тиклем янғынға ҡаршы режим дауам итәсәк. Башҡортостан урмандарында апрель башынан ғына 48 янғын осрағы теркәлгән. Уларҙың күбеһе яланда ҡоро үлән үртәгәндә сыҡҡан. Күп осраҡта кешеләрҙең вайымһыҙлығы янғын сығыуға сәбәпсе. Быйыл бындай осраҡтар былтырғы менән сағыштырғанда алты тапҡырға күберәк. Бигерәк тә, май байрамдарында күптәр ҡоро үләндә усаҡ яҡты. Махсус режимға ярашлы, ҡағиҙәне боҙоусыларға штрафтар ҡаралған.
Көндәрҙең үтә лә эҫе тороуы сәбәпле республика янғын хәүефе артты
Тулыраҡ: Көндәрҙең үтә лә эҫе тороуы сәбәпле республика янғын хәүефе артты