Республикала янғындарға бәйле хәл тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы. Әле 16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала. Көндәрҙең эҫе тороуы хәлде уғата ҡатмарлаштыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда урмандарҙың 45 гектарҙан ашыу майҙаны уттан зыян күргән. Байрам уңайынан ял көндәрендә сыҡҡан биш янғындың бөгөнгә өсәүһе һүндерелгән. Йәнә 26 гектарҙа янғынға сик ҡуйылған, уны бөтөрөү эштәре дауам итә. Республикала янғын хәүефе тураһында иғлан ителгәндән башлап 81 тәбиғи янғын теркәлгән. 1200-ҙән ашыу биләмә уттан зыян күргән. Үткән йылдың ошо осоронда иһә янғындар һаны бары 37 булған. Республиканың йәнә бер тармағы – ауыл хужалығы ла тәбиғи шарттарға бәйле киҫкен хәл кисерә. 42 районда ужым культуралары һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Премьер-министр урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы Илшат Фазрахманов күрелгән зыян күләме бер миллиард һум тирәһе, әле баҫыуҙарҙа ашлыҡты яңынан сәсеү ойошторолған, тип белдерҙе.Хужалыҡтар шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәрен әүҙем алып бара. Һауа торошона ҡарап улар быйыл ике аҙнаға алдараҡ башланды. Сәсеүлектәрҙең алтмыш проценттан ашыуында эштәр тамам. Ә бына юл төҙөкләндереү, атап әйткәндә “Юл эксперты” программаһының эше бер аҙ һүлпәнәйгән. Ҡайһы бер райондарҙа халыҡ юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар тураһында белдереп мобиль ҡушымтаға һирәк мөрәжәғәт итә. Республика башлығы вазифаһы ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был тәңгәлдә ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәү мөҺим, тип белдерҙе. Юл-транспорт ваҡиғалары һаны үткән аҙнала кәмегән. Фажиғәле һәләк булғандар иҫәбе лә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Һәләкәткә йышыраҡ водителдәр үҙ ғәйебе менән тарый. Әммә ҡағиҙә боҙоуҙан башҡа юлдарҙа тейешле һыҙаттарҙың яһалмаған, юл билдәләре етешмәгән осраҡтар ҙа бар. Ҡағиҙәләрҙе бөгөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнгәндәр ҙә әүҙем ҡабатлай. Быйыл мәктәп тамамлаусыларҙың 63 меңгә яҡыны Дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнә. Был хаҡта мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. Берҙәм дәүләт имтиханы 27 майҙан 1 июлгә тиклем бара. Төп дәүләт имтиханы иһә 24 айҙан 2 июлгә тиклем. Имтихандарҙы көнэлгәре биреү этабы юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Мәғлүмәт таралған йә ҡағиҙә боҙған осраҡтар теркәлмәне. Дәүләт аттестацияһына әҙерлек барышында республиканың үткән йылдарҙағы тәжрибәһе иҫәпкә алына. Башҡортостан имтихан алыуҙың “һары” ышаныс зонаһынан “йәшеленә” өлгәшеү бурысын ҡуя. Имтихан тапшырыу-алыу барышын асыҡ һәм ғәҙел ойошторор өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре һанын арттырыу, ә видеокүҙәтеүҙе 100 процентта тәьмин итеү ҡарала. Дәүләт имтихандарын һөҙөмтәле ойоштороу маҡсатында ҡала-райондарҙа әле уҡыусылар һәм ата-әсә араһында белешмә-мәғлүмәт эштәре алып барыла.
16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала
Тулыраҡ: 16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала