Һаҡ булығыҙ, талпандар

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ, талпандар

Көндәр йылытҡас та гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә талпан энцефалитын тикшертеү өсөн бихисап кеше мөрәжәғәт иткән. Беҙҙең республикала талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур. Ул ҡурҡыныс сир, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Ғәҙәттә, талпан тешләүҙән сир башланғанға тиклем 7-14 көн үтә. Кешенең температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, баш, тән ауырта, хәлһеҙлек, күңел болғаныуы, йөҙ һәм күҙҙең ҡыҙарыуы күҙәтелә. Талпанды тартып алғас та, лабораторияға тапшырырға кәңәш итә табиптар. Уның вирусын билдәләү өсөн бөжәкте имгәтмәй генә алыу мотлаҡ. Лабораториялағы тикшереүҙең һөҙөмтәһе бер көн эсендә әҙер була. Урманда йәки паркта йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейем, башлыҡ йәки яулыҡ ябыныу һәм салбар балағын итеккә тығып ҡуйыу мотлаҡ. Шулай уҡ кейемде махсус препарат менән эшкәртеү артыҡ булмаҫ. Даими рәүештә юлдаштарығыҙ менән бер-берегеҙҙең өҫ-кейемен дә ҡарарға онотмағыҙ. Урманда ергә ятыу һәм ултырыу ҙа ҡәтғи тыйыла.