“Башҡортостан ихаталары” программаһы мөмкинлектәре

Тулыраҡ: “Башҡортостан ихаталары” программаһы мөмкинлектәре

“Башҡортостан ихаталары” республика программаһының киң мөмкинлектәре. Дим районында программаға ярашлы, ихатала машина ҡуйыу урыны киңәйтелеү, балалар майҙансығы, ял итеү урыны төҙөкләндереү эштәре башланды. Дим районында урынлашҡан ихаталарҙың береһендә әле машина ҡуйыу урыны киңәйтелә. Бер аҙна эсендә хеҙмәткәрҙәр ихаталағы бордюрҙарҙы боҙоп, яңы асфальт һаласаҡ. Тиҙҙән халыҡты борсоған һорау хәл ителәсәк. Урындағы халыҡ “Башҡорт ихаталары” программаһына ингән. Программа буйынса киләһе алты йылда республиканың бар 63 муниципалитетында 2 меңдән ашыу ихата яңы төҫ аласаҡ. Шуларҙың яҡынса биш йөҙө быйылғы сентябргә әҙер буласаҡ тип көтөлә. Правда урамында быйыл спорт биләмәһе, балалар майҙансығы һәм ял итеү урыны төҙөкләндерәләсәк. Өҫтәүенә, йорт урамында видеокүҙәтеү камералары ла ҡуйыласаҡ. Ихатаны төҙөкләндереү мәсьәләһен йортта йәшәүселәр үҙҙәре хәл итә. Аҡсаның 99 проценты республика ҡаҙнаһынан, ә ҡалған бер проценты-халыҡтыҡы. Күп ҡатлы йортта, күбеһенсә, йәш ғаиләләр йәшәй. Шуға ла сабыйҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. “Башҡорт ихаталары” программаһы алты йылға иҫәпләнгән. Ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн бер миллиард ете йөҙ миллион һум аҡса бүленгән. Эште май айында башлап, йәй аҙағына тамамлау бурысы ҡуйылған.