Өфөләге балалар баҡсаһының береһендә тәрбиәләнеүселәр көнөн емерек йорттар янында үткәрә. Черниковкалағы 5-се һанлы мәктәпкәсә учреждение янындағы барактар ярым емерек, унда асарбаҡтар һәм берәҙәк эттәр эйәләшкән. Ата-әсәләр төрлө ергә мөрәжәғәт итә, әммә бер кем дә бында тәртип урынлаштырырға ашыҡмай. Урам шат балалар тауышына тулған. Бәләкәстәр өсөн үҫешер бөтә шарттар ҙа бар. Өфөнөң Герцен урамындағы 5-се һанлы балалар баҡсаһы тәү ҡарашҡа башҡа мәктәпкәсә учреждениеларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Хатта күпкә төҙөгөрәк тә, 2011 йылда ғына бында капиталь ремонт эшләнгән. Тик балалар баҡсаһынан сығыу менән күҙ алдында харабалар хасил була. Әйтерһең, был урында шартлау булған. Емерек диуарҙар, таҡта, шифер онтаҡтары, күсеп китеүселәрҙән ҡалған мебель. Быны эргә-тирәлә йәшәүселәр һәм балаларын йөрөткән ата-әсәләр көҙҙән бирле күҙәтә. “Йылы” урынға асарбаҡтар ҙа эйәләшеп өлгөрә. Балалар баҡсаһындағы шат тауыштарҙы ваҡыты-ваҡыты менән әшәке һүҙҙәр бүлдереп ала.Харабалар янында берәҙәк эттәр ҙә йыйыла. Хатта улырҙың балалар баҡсаһына килеүселәргә һәм үтеп барыусыларға ташланыу осраҡтары ла булған, әммә сара күреүсеһе юҡ ти күрше урамда йәшәүсе Валентина Рассказова.Үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән йорттар хәҙер ҡот осҡос хәлдә. Көндәр йылыныу менән бында төрлө сирҙәр тарала башлауы ихтимал тип боросла урындағы халыҡ. Асыҡланыуынса, күсерелгән йорттарҙы һүтеү эштәре ҡағыҙҙа әле бөтөнләй башланмаған. Күрәһең кемгә утыны, кемгә шиферы кәрәк ҡутарып алғандар. Ҡала хакимиәтендә биләмәне таҙартыуға аукцион ошо көндәрҙә буласаҡ.Ә әлегә чиновниктар көтөргә һәм уңайһыҙлыҡтарҙы түҙергә генә кәңәш итә ала, черниковкалағы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәргә иһә тормош ысынбарлығын китаптан уҡып түгел үҙ күҙҙәре менән күреп өйрәнергә ҡала.
Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр
Тулыраҡ: Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр