Башҡортостанда һайлау участкаларын эше ике сәғәткә оҙайтыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда һайлау участкаларын эше ике сәғәткә оҙайтыла

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡабул иткән ошо туралағы законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, участкалар иртәнге етелә асылып киске туғыҙҙа ғына ябыласаҡ. Закон авторҙары әйтеүенсә, был мөмкин тиклем күберәк һайлаусыға үҙ гражданлыҡ хоҡуғын үтәргә мөмкинлек бирә. Сентябрҙа Башҡортостанда республика башлығы, Парламентҡа ике депутат, бер-нисә ҡала һәм районда муниципаль һайлауҙар ойошторола.