Башҡортостанда ауыл хужалығы техникумы һәм колледждарын тамамлаусы йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Хәҙер белгестәрҙең 500 мең һумлыҡ субсидия алыу мөмкинлеге бар. Быға тиклем ошондай сумма тик юғары уҡыу йорттарында белем алғандарға ғына тейеш ине. Был тренажер һәм уның техник мөмкинлеге иген комбайнына тулыһынса тап килә. Берҙә-бер айырмаһы — ул тигеҙ ерҙә ултырғанға ғына һелкенмәй. Ауыл хужалығы колледжын тамамлаған Николай Несгоров баҫыу эшенә бала саҡтан күнеккән. Ата – әсәһенә ярҙам иткән егет Уолд скилс раша турнирының төбәк еңеүсеһе лә. Буласаҡ механизаторҙың тағы ла бер ҡыуанысы – субсидия күләменең артыуы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың айырым Указына ярашлы, хәҙер аҡсалата ярҙам ярты миллион һумға тиңләшә. Ә бына Александр Прядко 500 м ең һум аҡса алып өлгөргән дә инде. Дәүләт ярҙамы менән ул Бөрө янында умарталыҡ булдырған. Әле йәш кеше “Алексеевка” хужалығында 80 умарта ҡарай. Бал ҡорттары совхоз теплицаларындағы ҡыяр сәскәләрен һеркәләндерә. Дәүләт ярҙамына ауыл хужалығына эшкә ҡатйҡан йәш белгес ярты йылдан һуң өмөт итә ала. Бынан һуң иһә ул агросәнәғәт тармағында тағы ла биш йылға ҡалырға бурыслы. Шул уҡ ваҡыта эш биреүсенең дә яуаплылығы билдәләнгән. Ауыл еренә эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы бөгөнгә иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Торлаҡ сертификаттары булһынмы, йә иһә субсидиялармы был аграр секторға килгәндәр өсөн ныҡлы терәк. Әйткәндәй, йылдың икенсе яртыһынан алып аграр колледж тамамлаған йәштәрҙең яртышар миллион һумлыҡ ярҙам алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы
Тулыраҡ: Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы