Өфөгә Рәсәйҙең билдәле байкеры, «төнгө бүреләр” клубы етәксеһе Александр Залдостанов килде. Был юлы «Хирург” ҡушаматы менән билдәле байкерҙың маҡсаты төбәктә мотомиҙгелде асыу ғына түгел, республиканың спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән танышыу. Александр Залдостанов ММА федерацияһы тәрбиәләнеүселәре һәм тренерҙарының уңыштары менән ҡыҙыҡһынды һәм Башҡортостан хөкүмәте менән берлектә һәләтле спортсы балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, ялын ойоштороу, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү һәм сит өлкәлә үҙҙәрен спортта һынап ҡарау мөмкинлеге биргән өр-яңы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был проекттың кураторы итеп Башҡортостандың ММА федерацияһы президенты Руслан Зарипов тәғәйенләнде. Артабан Хирург Күмертау ҡалаһына юлланды. Унда байкер үҙенең күптәнге хыялы, Рәсәй мотоциклын сығарыу хаҡындағы ниәттәрен тормошҡа ашырасаҡ.
“Хирург” Күмертауҙа Рәсәй мотоциклын эшләү ниәте менән яна
Тулыраҡ: “Хирург” Күмертауҙа Рәсәй мотоциклын эшләү ниәте менән яна