Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Тулыраҡ: Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға донъяның төрлө ҡитғаларынан 1 мең 200-ҙән ашыу спортсы килеүе көтөлә. Дзюдо буйынса ярыш Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә үтәсәк. Бында 32 камера ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, мәктәп майҙанында стритбол уйыны буйынса ла ярыш үткәреү ҡаралған. Йәйҙең башына тиклем алты яңы майҙан эшләнеләсәк. Ә урам баскетболы һәм пляж волейболы буйынса уйындар Ҡашҡаҙан ял һәм мәҙәниәт паркында уҙғарыла. Халыҡ-ара балалар уйындары сараһында грек-рим көрәше, фехтование, йөҙөү һәм еңел атлетика кеүек спорт төрҙәрендә лә көслөләрҙе асыҡлаясаҡтар. Халыҡ-ара балалар уйындары 9 –се июлдән 14-се июлгә тиклем үтәсәк.