Башҡортостан менән Ҡырым парламенттары закондар сығарыу юҫығында хеҙмәттәшлек итәсәк

Тулыраҡ: Башҡортостан менән Ҡырым парламенттары закондар сығарыу юҫығында хеҙмәттәшлек итәсәк

Ярымутрауҙа сираттағы осрашыу барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй. Яҡтар документтың йөкмәткеһе әҙерләнгән һәм килешеү төҙөгән. Хеҙмәттәшлек иһә федераль закон проекттары буйынса фекер алышыу һәм тәҡдимдәр индереү, норматив акттар һәм уларҙың проекттарын, шулай уҡ методик ҡулланмалар һәм башҡа материалдар алмашыуҙан ғибәрәт. Башҡортостан менән Ҡырым депутаттары берлектә конференция, кәңәшмә, осрашыуҙар ойошторасаҡ һәм халыҡҡа белешмәләр бирәсәк. Улар закондар сығарыу барышын камиллаштырыу, ҡабул ителгән закондарҙың сифатын күтәреү һәм үтәлешен тикшереү кеүек бурыстарҙы үҙ иңенә алырға ниәтләй.