Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамларға иҫәп тота. Ошо турала “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”ндә һүҙ барҙы. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа райондың социаль-иҡтисади хәле тикшерелде. Илеш — аграр төбәк булып иҫәпләнә. Бында “Урожай” йәмғиәте нигеҙендә 1 мең 600 башҡа иҫәпләнгән һөт комплексын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу, үҫтерелгән ашлыҡты сит илдәргә һатыу мәсьәләһе ҡаралды. Мәғлүмәттәр буйынса, уҙған йылда был төбәктән 50 мең тонна иген йылға буйлап экспортланған. Федераль трасса буйында урынлашҡан Ишҡар, Лаяшты, Үрге Йәркәй һәм Исәмәт ауылдары халҡын да яҡшы яңылыҡ көтә. “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте” сиктәрендә Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Динар Хәлиловты ла ҡабул итте. Һөйләшеү барышында ҡаланың социаль-иҡтисади хәленә йомғаҡ яһалып, баһа бирелде. Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта булған проблемаларға ентекләп туҡталдылар.
Хакимиәт башлыҡтары сәғәте
Тулыраҡ: Хакимиәт башлыҡтары сәғәте