Быйыл мәктәп тамамлаусыларҙың 63 меңгә яҡыны Дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнә. Берҙәм дәүләт имтиханы 27 майҙан 1 июлгә тиклем бара. Төп дәүләт имтиханы иһә 24 айҙан 2 июлгә тиклем дауам итә. Имтихандарҙы көнэлгәре биреү этабы юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Мәғлүмәт таралған йә ҡағиҙә боҙған осраҡтар теркәлмәне. Дәүләт аттестацияһына әҙерлек барышында республиканың үткән йылдарҙағы тәжрибәһе иҫәпкә алына. Имтихан тапшырыу-алыу барышын асыҡ һәм ғәҙел ойошторор өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре һанын арттырыу, ә видеокүҙәтеүҙе 100 процентта тәьмин итеү ҡарала. Дәүләт имтихандарын һөҙөмтәле ойоштороу маҡсатында ҡала-райондарҙа әле уҡыусылар һәм ата-әсә араһында белешмә-мәғлүмәт эштәре алып барыла.
Имтихан асыҡ һәм ғәҙел булырға тейеш
Тулыраҡ: Имтихан асыҡ һәм ғәҙел булырға тейеш