Башҡортостан йыйылма командаһы “Йәш профессионалдар” тип аталған 7-се милли чемпионатҡа әҙерләнә. Быйыл ул Ҡазан ҡалаһында 20-се майҙан 24 –се майға тиклем үтәсәк. Чемпионатта төбәк-ара ярышта еңеүселәр ҡатнаша. Йәмғеһе 64 кеше 27 йүнәлештә һынау тотасаҡ. Улар араһында студенттар, мәктәп уҡыусылары бар, быйыл иһә конкурста 50 йәштән өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Чемпионат эшсе профессияларҙың әһәмиәтен күтәреү һәм йәштәрҙә төрлө һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторола.
Йәш профессионалдар
Тулыраҡ: Йәш профессионалдар