Башҡортостанға Венгрия археологтарының фәнни экспедицияһы килде

Тулыраҡ: Башҡортостанға Венгрия археологтарының фәнни экспедицияһы килде

Улар Өфө-2 ҡаласығында табылған артефакттар, эҙләнеүҙәр алып барылған ҡатламдар менән ҡыҙыҡһынды. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса борон беҙҙең республика биләмәләрендә венгрҙарҙың ата-бабалары йәшәгән. Сит ил тикшеренеүселәре ошо мәғлүмәттәргә лә дәлилдәр эҙләне. Боронғо Өфө -2 ҡаласығы ғилми хеҙмәткәрҙәре көн һайын бер-нисә табышҡа юлыға. 2006-сы йылдан үткәрелгән ҡаҙыныу эштәре барышында миллионға яҡын артефакттар табылған. Венгриянан килгән фәнни экспедиция ағзаларын да иң беренсе улар ҡыҙыҡһындырҙы. Тарихтан белеүебеҙсә, башҡорт һәм мадьяр халыҡтары һәр ваҡыт бер-береһе менән йәнәш йәшәгән, тамырҙарыбыҙ уртаҡ, телдәребеҙ оҡшаш. Башҡорт-венгр бәйләнештәре 13 быуаттан уҡ билдәле. Уртаҡ тамырҙарҙы Рәсәй ғалимдары 18 быуаттан ныҡлап эҙләй башлаған. Силәбе өлкәһенән килгән Үҙйылға фәнни төркөм етәксеһе Сергей Боталов та археологтарҙың Өфө-2 ҡаласығын килеп күреүе экспедицияның мөһим өлөшө тип һанай.Венгрия археологтарын һәм исеме донья археологияһында яҡшы таныш Атилла Тюркты беҙҙең ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең ентекләп тикшеренеүҙәр алып барыуы һәм эҙләнеүҙәрҙе үҙенсәлекле ысулдар ярҙарымында башҡарыуы һоҡландырҙы. Республика ғалимдары өсөн Венгриялағы тарихсылар тәжрибәһе айырыуса мөһим. Киләсәктә боронғо ҡала урынында ҡаҙыныуҙарҙы берлектә алып барыу ниәте лә бар. Һәр милләт барлыҡҡа килеү осоронда күп төрлө халыҡ вәкилдәрен берләштергән. Башҡорттарҙың формалашыуында 40-тан артыҡ ҡәбилә ҡатнашҡан. Беҙҙең ата-бабалар яҡын туған булған, бөгөн ошо туғанлыҡты нығытырға тейешбеҙ. Башҡортостан менән Венгрия ғалимдары осрашыуында ошо фекер йәнә иҫбатланды. Башҡортостанға килеүсе һәр делегация мотлаҡ Боронғо Өфө тарихи-мәҙәни ҡурсаулығын күрергә ынтыла тимәк, тарихи ҡомартҡы донъя кимәлендә үҙ урынын нығыта.