4 сәғәт эсендә күлдәк тегергә, йә иһә торт бешерергә һәм башҡа ҡул эштәрен башҡарырға – былар барыһы ла мөмкинлеге сикләнгән кешеләр араһында үткәрелгән 5-се төбәк һөнәри оҫталыҡ чемпионаты шарттары. Өфөлә, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта кисә “Абилимпикс” ярыштарын асыу тантанаһы үтте. Бөтәһе 6 йүнәлеш буйынса мәктәп йәшендәге үҫмерҙәр, студенттар һәм өлкәндәр ҡатнаша унда. Үткән йылда Рәсәй олимпиадаһында Башҡортостан командаһы икенсе урын алып ҡайтты, шәхси уңыштарға өлгәшкән ҡыҙ-егеттәр ҙә булды. Быйылғы чемпионатҡа 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды.
Мөмкинлектәр сикһеҙ
Тулыраҡ: Мөмкинлектәр сикһеҙ