Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Артур Әхмәтханов донъя ҡуйҙы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Дуҫым китеп барҙы. Яугир. Башҡорт халҡының ысын улы. Ул ҡаты сирләй ине. Һуңғы һулышына тиклем көрәште», — тип яҙҙы. Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы 1962 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Салауат районында тыуған. Юғары белемле. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын тамамлаған. Енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем юл үткән, алты йылға яҡын республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына етәкселек итә, 2005-2008 йылдарҙа —Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы. 2008 йылда Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.
Башҡорт халҡының ысын улы
Тулыраҡ: Башҡорт халҡының ысын улы