Башҡортостанда әле ужым баҫыуҙарын яңынан сәсеү ойошторолған

Тулыраҡ: Башҡортостанда әле ужым баҫыуҙарын яңынан сәсеү ойошторолған

Хужалыҡтар ярайһы ғына ҙур компенсацияға өмөт итә ала. Башҡортостанда ужым культуралары быйылғы һалҡын ҡышты насар үткәрҙе. Уҙған йылдар тәжрибәһен иҫәпкә алғанда, беҙҙең климат шарттары өсөн был ҙур юғалтыу. Өфө районының Николаевка ауылындағы ауыл хужалығы предприятияларының береһендә 2 мең ярым гектар ерҙә сәселгән ужымдың яҡынса 65 проценты зыян күргән. Шул сәбәпле 1 мең ярым гектарҙа яңынан бойҙай сәсергә тура килгән. Ужым һәләк булыуының сәбәбен белгестәр һауа шарттарының насар булыуы менән аңлата. Үткән көҙ ямғырһыҙ булды, ҡыш та һуңлап килде. Киләсәктә бындай хәл ҡабатланмаһын өсөн республика ғалимдары тикшереүҙәр башланы. Былтыр республикала 450 меңгә яҡын гектарҙа ужым ашлығы сәселгән. Ҡыҙғанысҡа, 140 мең гектарҙа ул һәләк булған. Республиканың ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә ғәҙәттән тыш хәл индерелгән осраҡта, аграрийҙарға килтерелгән зыян федераль ҡаҙнанан ҡаплана. Әгәр ҙә сәсеү майҙаны страховкаланған икән, уның 100 процент түләү ҡаралған. Страховкаланмаған осраҡта, тик 50 проценты ғына. 2019 йылға билдәләнгән маҡсатлы индикаторҙарға ярашлы, Башҡортостан ауыл хужалығы эшсәндәре 3 миллион 400 мең тоннанан ашыу иген йыйып алырға тейеш. Шулай ҙа, Башҡортостан синоптиктары йәйҙең эҫе һәм ямғырһыҙ булыуы тураһында иҫкәртә. Был иһә яҙ сәселгән баҫыуҙарға зыян килтереүе ихтимал.