Талпандарҙан тешләнеүселәрҙең һаны ҡырҡа артҡан

Тулыраҡ: Талпандарҙан тешләнеүселәрҙең һаны ҡырҡа артҡан

Май байрамдарынан һуң талпандарҙан тешләнеүселәрҙең һаны ҡырҡа артҡан. Республика гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп. Сөнки паразиттың зарарлымы-юҡмы икәнен махсус лабораторияла ғына билдәләп була. Белорет районына сәфәр Евгений өсөн талпан ҡаҙалыу менән тамамланған. Бындай хәлгә беренсе тапҡыр тарыған егет тәүҙә хафаға бирелә.Гигиена һәм эпидемология үҙәгендә май байрамдарында Евгений һымаҡ талпан эләктергәндәр бихисап. Әммә сиратта тороусылар араһында тәбиғәткә ял итергә сыҡмайынса ла, үҙ участкаларында талпанға юлыҡҡандар ҙа бар.Кешегә ҡаҙалған талпанды ташларға ярамай. Уны һауытҡа һалып, лабораторияға тапшыралар. Шуныһы мөһим – бөжәкте тәндән имгәтмәй генә алырға кәрәк. Был осраҡта ғына талпандың вируслымы-юҡмы икәнен билдәләп була. Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙегенә йыл һайын 6-8 мең тирәһе талпан алып киләләр. Быйыл лабораторияла тикшерелгән мең талпандың 2%-ы энцефалитлы, ә 700 паразиттың 7%- ы боррелиоз вируслы булыуы асыҡланған. Был ҡурҡыныс сирҙәрҙән үҙеңде аралар өсөн прививка яһатырға кәрәк, ти үҙәк белгестәре.Көндәр эҫеткән һайын талпандар әүҙемләшә, ти табиптар. Шуға кескәй бөжәктәргә ҡул һелтәмәй генә, һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәргә саҡыра белгестәр. Беҙҙең республикала талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур. Ул ҡурҡыныс сир, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Урманда йәки паркта йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейем, башлыҡ йәки яулыҡ ябыныу һәм салбар балағын итеккә тығып ҡуйыу мотлаҡ.