Ат сабышы – халыҡ яратып ҡараған ярыштарҙың береһе. Район һабантуйҙарында ҡатнашасаҡ һыбайлылар Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында иң етеҙ исеме өсөн көрәш башланы. Таһыллы ҡулдар аҫтында аттар бейеп кенә үтә. Һабантуй яландарында ярһып ярышҡан башҡорт аттары "Аҡбуҙат" ипподромында ла етеҙлеген күрһәтә. Был милли спорт төрө юғалмай. Дүртөйлөлә, мәҫәлән, 36 йыл инде “Аҡбуҙат” ат спорты клубы эшләп килә. Профессиональ сабыштарҙа ҡатнашмаған аттарҙа һәүәҫкәр һыбайлылар ярыша – был бәйгенең төп шарты. Наил Низаметдинов ат спортында 20 йыл. Саҡмағоштан Артур Әбүбәкеров та бәләкәйҙән сабыштарҙа ҡатнашып үҫкән. Атты ярышҡа әҙерләү, уны тәрбиәләү үҙенсәлектәрен дә яҡшы белә ул. Аттар саҡырымдан ашыу арауыҡты бер минутта тиерлек урап килә. Һыбайлы егеттәрҙе ҡеүәтләп трибуна гөрләй. Артабан юртаҡтар сыға бәйгегә. Еләләр, осоп ҡына ҡалма. Тиҙлек һәм тәүәкәллек талап иткән спорт төрөндә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Ирина Мәхмүтова ярты ғүмерен ат тәрбиәләүгә биргән ханым. Һөнәремә һөйөү ҡартатайымдан килә, ти ул.Башта һыбайлылар үҙ районы кубогы өсөн ярышты. Ә һуңғы ике урауға һәр команданан ике бәйгесе һайланды. Аттарҙы йәрәбә ярҙамында билдәләнеләр. Дөйөм мәрәйҙәр һанағандан һуң беренселеккә Ейәнсура егете Павел Тараскин сыҡты.Өс этап һөҙөмтәләре буйынса финалға Дыуан, Илеш һәм Ейәнсура һыбайлылары сыҡты. Алда тағы ла 10 этап көтөлә.Артабан 4-се этапта 25 майҙа Архангель, Асҡын, Белорет, Мишкә районы һыбайлылары көс һынашасаҡ. Ә төп приз – төбәк башлығы бүләге 13 этап еңеүселәре араһындағы иң шәп һыбайлыны көтә. Беҙ уның исемен 11 октябрҙә белербеҙ.
Тиҙҙән республикала һабантуйҙар башлана
Тулыраҡ: Тиҙҙән республикала һабантуйҙар башлана